Шиғри һүҙем менән. Шиғырҙар

Шиғри һүҙем менән. Шиғырҙар
О книге

Башҡортса яҙылған шиғри юлдар.Был китапта минең был донъяның сөк күреүемде күрһәткем килә. Шиғри юлдарым илһамдан тыуған саҡта уларҙы бөтөн донъяға уҡыр теләгем бар.

Читать Шиғри һүҙем менән. Шиғырҙар онлайн беплатно


Шрифт
Интервал

© Сәйгөл Алтын, 2024


ISBN 978-5-0062-8930-7

Создано в интеллектуальной издательской системе Ridero

Зарифа әбей
Яланда эшләй
Орлоҡтар йыя
Тоҡтарға ҡуя
Тәбиғәт матур
Зарифа ғорур
Ҙур бит хайуандай
Трактор тырылдай
Сыйырсыҡ, турғай
Ем юлда ашай
Ҡояш та балҡый
Ҡыҙ китап уҡый
Беҙҙең ҡарашта
Саф һауа тышта
Кем тышҡа сыға
Йәм килә уға!
Һорамайса килә изге март,
Сәйәхәтсе һымаҡ бит ул ҡарт.
Ә ни өсөн март та ҡарт булған?
Ул күп саҡрым беҙгә атлаған.
Ҡарҙар, буран аша ул килгән,
Умырзая юлда эҙләгән,
Беҙгә еткәс тә уны тапҡан
Бушҡа түгел еренә ҡайтҡан!
Ҡояш менән көн һайын уйнай.
Февраль китеп, бик оҙаҡ илай.
Күҙ йәштәре ямғырҙай тама.
Яҙ мәлдәрен, йәнем, онотма.
Йөрәгемә килә изге март
Йылы ҡосаҡ менән ул йомарт.
Тышта томан, ҡуйы томан.
Һыуыҡ менән тулы урман.
Ҡыш китәсәк әле ҡасан,
Һыуыҡ китһә, китер томан.
Үткән байрам, шаулы байрам.
Томан менән тулы урам.
Кем йортонан сыға ала,
Юлды тапмаҫ ул тағы ла.
Һыуыҡ менән тулы ҡала
Ялҡаулыҡта кеүек була
Уны яба ҡалын юрған
Ҡыш билдәһе, ап-аҡ томан.

Яҡын дуҫтан хатты алып,

Уны юғалтмаҫҡа теләйем.

Шиғриәтле юлды уҡып,

Илһамымды бында эҙләйем


Дуҫ минең йәнемде белә,

Уның яҡта булғым килә.

Алыҫ ерҙә йәшәй, ләкин

Күңелемә ул -иң яҡын.


Хәтирәләр генә тотоп,

Йылы һүҙҙәр оҙаҡ һаҡлайым.

Аралыҡты ла онотоп

Рухи туғанлыҡты аңлайым.



Вам будет интересно